Асҡын районы ирекмәндәре маскировка селтәрҙәре үрә


Дошман күҙенә күренмәй, тимәк,яугирҙарҙың ғүмерен яҡшыраҡ һаҡлай. Маскировкалау селтәрҙәренең яңы төрө махсус хәрби операция биләмәһендә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Был турала Асҡын районы хәрбиҙәренең береһе ҡайтҡан саҡта һөйләгән. Яҡташтары өсөн был ябай һүҙ генә булмай. Улар шунда уҡ пенопласт һәм капрон ярҙамында һаҡланыу сараһының яңы төрөн үрергә тотона. Ҡош осошонан ҡарағанда, селтәр аҫтындағы техника емерелгән бина ҡалдыҡтары һәм күмерләнгән кирбес кеүек тойола. Был эштә Асҡын ауылының беренсе мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары ла әүҙем ярҙамлаша.

Маскировка селтәрҙәрен үреү, окоп шәмдәрен эшләү һәм аҙыҡ-түлек ебәреү менән Асҡын районынан күп кенә битараф булмаған кешеләр шөғөлләнә, уларҙың күбеһе - хаҡлы ялдағылар. Мәҫәлән, Асҡын ауылы музейында ирекмәндәр үҙ берләшмәһен ойошторған һәм фронтҡа 100-ҙән ашыу һаҡланыу сараһы оҙатҡан.

Был эшкә улар баш ҡала ирекмәндәренән өйрәнгән, һәм хәҙер белемде башҡаларға тапшыра. Оҫталыҡ дәресенә Әмир ауылы халҡы ла килде. Быйыл улар «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабында ҡатнаша.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ