«Фатихамды бирәм һиңә». Тап ошо исем аҫтында «Торатау» Конгресс-холлында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа Туғыҙбаеваның тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Һөйләшеүҙә танылған әҙиптәр, музей-китапхана хеҙмәткәрҙәре, әҙәбиәтселәр, тел белгестәре ҡатнашты. Улар шағирә һәм уның ижади мираҫына бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашты. Башҡортостандың Яҙыусылар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, Фаҡиһа Туғыҙбаеваның исемен мәңгеләштереү буйынса әүҙем эш алып барыла.
Факиһа Хаҙи ҡыҙы башҡорт әҙәбиәтен, журналистиканы үҫтереүгә тос өлөш индергән. 1990-2010 йылдарҙа «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире була. Ул 25 шиғри йыйынтыҡ, балалар өсөн 10-дан ашыу китап авторы. Үҫеп килгән быуын өсөн яҙылған әҫәрҙәре уҡыу әсбаптарына индерелгән. Түңәрәк өҫтәл барышында Факиһа Туғыҙбаеваның тормош юлына һәм ижадына арналған күргәҙмә лә эшләне. Экспозицияла Милли Әҙәбиәт музейы фондынан авторҙың документтары, фотоһүрәттәре, шәхси әйберҙәре һәм китаптары ҡуйылғайны. Әйткәндәй, тиҙҙән шағирәнең яңы китап-альбомы донъя күрә.



