«Төп һәм урта дөйөм белем биреү программаһына финанс грамоталыҡты индереү» буйынса республика семинарында балаларҙың финанс грамоталығын күтәреү алымдары өйрәнелде. Шулай уҡ баш ҡала мәктәптәренең береһендә рус теле, йәмғиәтте өйрәнеү һәм донъя художество әҙәбиәтенән асыҡ дәрестәр күрһәтелде. «Һандар тураһында төшөнсә», «Ғаиләлә килем һәм сығым сығанаҡтары», «Кредит һәм займдар» темалары буйынса уҡыусыларға аңлатыу эше алып барылды. Билдәле булыуынса, финанс грамоталыҡ буйынса төбәк методик үҙәк ҡарамағында 25 инновация майҙансығы булдырылған, уларҙың 12-һе мәктәпкәсә учреждениелар базаһында эшләй.



