Өсөнсө йыл шефлыҡҡа алынған Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч, шулай уҡ Донецк халыҡ республикаһы ҡалаларында эш алып барыла. Яңы төбәктәрҙәге объекттарҙы тәртипкә килтереүҙә беҙгә подрядсылар ярҙамға килә. Уларҙың береһе, «Төҙөлөш өлкәһендә берҙәм заказсы» компанияһы менән Мариуполдә хеҙмәттәшлек итәбеҙ, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.
Тиҫтәләгән объекттар - мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары, мәҙәниәт учреждениелары, ҡаланың тарихи үҙәгендәге торлаҡ йорттар тамамланған да инде. Ҡайһы бер объекттарҙа эш дауам итә. Башҡортостанда ла компания төҙөгән һәм реконструкциялаған биналар бар. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы беҙҙең өсөн иң ҙур һәм мөһим объект. Ул 4 меңдән ашыу студенттың йорто буласаҡ, юғары уҡыу йорттарыбыҙҙы абитуриенттар өсөн тағы ла мауыҡтырғыс итәсәк.
Бөгөн «Төҙөлөш өлкәһендә берҙәм заказсы» үҙенең тыуған көнөн билдәләй. Компания коллективын ҡотлайым, һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерәм, тип яҙған Башҡортостан башлығы.




