Яңауыл ҡалаһында 21 кешегә яңы йорттан фатир асҡысы тапшырылды


Өс ҡатлы йорт Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы ярҙамында сафҡа ингән. 2024 йыл һөҙөмтәләренә ярашлы, федераль программа Нуриман, Борай, Илеш, Бәләбәй, Тәтешле һәм Яңауыл райондарында әүҙем тормошҡа ашырыла. Был урындағы ойошма-предприятиеларҙы йәш кадрҙар менән тәьмин итеүгә лә булышлыҡ итә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин репортажы.

Яңауыл районы Һандуғас ауылынан Шәриповтар Яңы йылды яңы йортта ҡаршы алған. Бөгөн ғаиләнең шатлығын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов уртаҡлашты. Йорт Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһын сиктәрендә төҙөлгән. Һәм ул тантаналы рәүештә ауылда төпләнгән йәш белгес Элиис Шәриповҡа тапшырылған.


Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ. Үҙебеҙҙең йортҡа тиклем кеше йортон ҡуртымға алып йәшәргә тура килде. Бөгөн үҙ мөйөшөбөҙ бар. Өс бала тәрбиәләгән ғаилә өсөн был бик мөһим.

Эллис Шәрипов

Федераль программа ярҙамында Яңауыл ҡалаһының яңы биҫтәһендә өс ҡатлы йорт файҙаланыуға тапшырылды. Бөгөн фатир асҡыстары тантаналы рәүештә 21 кешегә бирелде. Улар төрлө тармаҡтарҙа эшләгән белгестәр. Араларында тыуған яғына ҡайтҡан йәштәр ҙә бар.

Дәүләт программаһы сиктәрендә республика «Ауыл халҡының мәшғүллегенә булышлыҡ итеү» федераль проектын да уңышлы тормошҡа ашыра. Йыл һайын унда 100-гә яҡын предприятие ҡатнаша. Биш йыл эсендә 2-дән???? ашыу кеше уҡытыу һәм производство практикаһын үткән. Башҡортостан тап ошо күрһәткес буйынса Рәсәйҙә алдынғы урынды биләй.


Республика өсөн федераль программа бик мөһим , шуға ла йыл да ҡатнашырға тырышабыҙ. Ул халыҡты ҡала агломерацияһынан кәметеп, ауылдарҙа ҡалдырыуға йүнәлтелгән. Эштең уңышлы тормошҡа ашырылыуы муниципалитеттың үҙенән тора. Әүҙем эш алып барған төбәктәрҙә дәүләт программаһы проекттары файҙаланыла.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры

Әйткәндәй, «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль программаһы йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүҙе генә түгел, шулай уҡ социаль объекттар төҙөүҙе күҙ уңында тота. Был йүнәлештә Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы 2024-2030 йылдарға дәүләт программаһы проектын әҙерләгән . Уға ярашлы ауылдарға 14 миллиард һумға яҡын аҡса йәлеп ителә.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ