Мототехникала айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе акваторияһына сығыу тыйыла


«Асылыкүл» инспекторҙары «Ҡаргиҙәр» рейдын үткәрҙе. Тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре ҡағиҙә боҙоусыларҙы ғына тотмай, балыҡтың тонсоғоуына юл ҡуймау өсөн саралар ҙа күрҙе.

Бинокль аша ҡаргиҙәрҙәге кешеләрҙе күреп, инспекторҙар юлға сыға. Был ир-егеттәрҙе ҡыуып етеү өсөн тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәренә тиҙлекте арттырырға тура килә. Мототехника хужаларына эҙәрлекләүҙән ҡасыу мөмкин булмай. Улар балыҡты ҡайҙан алыуын йәшермәһә лә, ни өсөн махсус һаҡланған биләмәлә булыу ҡағиҙәләрен боҙоуҙарын дәлилләй алмайҙар.

Тәбиғәт паркында балыҡ тоторға мөмкин. Шулай ҙа ҡаргиҙәрҙәрҙә йәки башҡа техникала күл акваторияһына сығыу тыйыла. Бының өсөн өс меңдән биш мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Закон һағында тороусылар балыҡты мәке уйып та ҡотҡара. Үҙенсәлекле механизм ярҙамында күл кислород менән туйына.

Экологик акцияла ҡатнашыусылар декабрҙә лә балыҡтарҙы тонсоғоуҙан һаҡлай. Ҡыш миҙгеле аҙағына тиклем улар тағы ла бер тапҡыр һыуҙы кислород менән туйындырырға иҫәп тота. Әйткәндәй, майҙаны буйынса Асылыкүл республикала иң ҙур күл иҫәпләнә. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһендәге балыҡтар һәм тере организмдарҙың күп төрлөлөгөн һаҡлап ҡалыу өсөн бындай профилактик эш, шул иҫәптән ҡағиҙә боҙоусыларҙы асыҡлау мотлаҡ сара булып тора.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ