Бүздәк районы Ҡаран ауылында «Эх, самауыр сәйе» тамашаһы ойошторолдо


Эх, самауыр сәйе. Бүздәк районы Ҡаран ауылында ошондай исем аҫтында бай тарихлы, хуш еҫле, йырлы-моңло тамаша ойошторолдо. Кисә «Айыҡ ауыл» конкурсына әҙерлек сиктәрендә уҙғарыла. Ҡарандар быйыл абруйлы конкурстың республика этабына сыҡҡан. Әле ауылда көн һайын тиерлек ижади, фәнни, мәҙәни, спорт саралары үтә, был эшкә олоһо ла, кесеһе лә йәлеп ителгән. Бүздәктәрҙең самауыр байрамынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Йырҙарҙа йырланған, шиғырҙарҙа данланған, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән самауыр ябай ғына йорт йыһазы түгел. Өҫтәл түрен биҙәгән самауырҙар менән һәр ғаиләнең үҙ тарихы бәйле. Күмәкләшеп өйҙә йәки тәбиғәт ҡосағында йыйылған саҡтар, яҡындарың менән осрашыуҙар, йылы әңгәмәләр, хисле-моңло кистәр. Мансуровтар ғаиләһенең шәхси музейында һаҡланған ҡомартҡы йәшлек хәтирәләрен һаҡлай.

Шәйәхмәтовтар иһә бер кемдә лә булмаған боронғо самауыр менән ғорурлана ала. Ғаилә башлығы тыуған төйәгенең тарихын сағылдырған экспонаттарҙы йыйыу менән мәшғүл. Шәйәхмәтовтар өҫтәлендә быуаттар ауазын һаҡлаған баҡыр самауыр.

Самауыр өҫтәл биҙәге булһа, сәйе хуш еҫе менән айырлып тора. Шифалы үләндәрҙе өҫтәһәң йәнгә лә, тәнгә лә дауа. Әмирхановтар ғаиләһе йәй буйы урман-ҡырҙарҙы иңләп емеш-еләк, үләндәр йыя. Һаулыҡ-аяҡ аҫтында, ти улар.

Самауыр байрамында ауылдан тиҫтәнән ашыу ғаилә ҡатнашты, һәр береһенең үҙ тарихы, үҙ хәтирәләре. Улар йылдар аша быуындан-быуынға тапшырылып килә.

Самауыр сәйе байрамын ойоштороу тәҡдимен биләдәле сәхнә оҫтаһы Раушания Ергизова күтәреп сыға. Самауыр сәйе- дуҫлыҡ, берҙәмлек, айыҡ тормош сағылышы, конкурстың асылына тап килә, ти ул.

Ә иң мөһиме ошо байрамда йәш быуындың ҡатнашыуы. Самауыр байрамы аша балаларҙа ғаилә, тыуған төйәк тарихына ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләнә.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ