Шишмә районы Дурасов ауылында Самат Вәлиев иҫтәлегенә саңғы ярышы үтте

Ул Дурасов урта мәктәбендә 1977 йылдан 2002 йылғаса эшләй. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы чемпиондар быуынын тәрбиәләй. Улар иҫәбендә Сиднейҙа Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы Тимур Тайыпов та бар. Ул да тренер иҫтәлегенә дистанцияны үтте. Әйткәндәй, заманында тап Самат Вәлиев тырышлығында ауылдың үҙ саңғы станцияһы булдырыла, бөгөн ул мәктәп интернат базаһына ҡарай. Спорт ҡоролмалары даими тулылана һәм уны теләгән һәр кем файҙалана ала.

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Самат Вәлиев бар ғүмерен үҫеп килеүсе быуында спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа ынтылыш тәрбиәләүгә бағышлай. Уның маҡсаттарын бөгөн ғаиләһе тормошҡа ашыра.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ