Баймаҡ ҡалаһында шашка буйнса ярыш үтте


Шашка - интеллектуаль өҫтәл уйыны. Беҙҙең сираттағы яҙма Баймаҡ ҡалаһының «Шашка мәктәбенән» әҙерләнде. Ул талантлы спортсылар тәрбиәләүгә һәм чемпиондар үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Шашка дәрестәре балаларҙың үҫешендә мөһим роль уйнай. Улар стратегик һәм логик фекерләүҙе өйрәтеүҙән тыш, сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм төплө ҡарарҙар ҡабул итеү һәләте кеүек сифаттарҙы ла тәрбиәләй. Был күнекмәләр спортта ғына түгел, көндәлек тормошта ла файҙалы.

Шашка дәрестәрендә беренсенән алып дүртенсе класҡа тиклем 50-гә яҡын уҡыусы шөғөлләнә. Бында балалар ҡаланың төрлө мәктәптәренән килә.

Был өҫтәл уйыны балаларҙа логик фекерләүҙе, хәтер, фантазияны үҫтерә, еңеүгә ынтылыш тәрбиәләй, түҙемле, тыныс булырға, лайыҡлы еңә һәм еңелә белергә өйрәтә. Йәш шашкасыларҙың ҡайһы берҙәренең ҙур еүҙәре лә бар, ә икенселәре ныҡышмал рәүештә тәжрибә туплай.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ