Башҡортостан парламенты тәҡдим иткән проект хупланды. Уға ярашлы, йорт яны биләмәләрендә ағас- ҡыуаҡлыҡтарҙы тәртипкә килтереүҙән һуң тороп ҡалған ботаҡтар, ағас киҫәктәре көнкүреш ҡалдығы тип һаналырға тейеш. Проект буйынса уларҙы сығарыу өсөн төбәк операторҙары яуаплы була, тип хәбәр итә РБК агентлығы.




