Унда коммерция булмаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереү, уларҙы электр, һыу менән тәьмин итеү, юл һалыу, янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләре ҡарала. Эшлекле йыйын барышында “Иң яҡшы баҡсасылыҡ ширҡәте” конкурсы буйынса 20 еңеүсе билдәләнә. Уларға 500 мең һумлыҡ Грант тапшырыла. Форум 4-сегә ойошторола, быйылғыһы 28 февралдә башлана һәм ике көн дауам итә.




