Махсус хәрби операция биләмәһенә Асҡын районынан сираттағы гуманитар ылау барып етте


Төбәк эшҡыуарҙары, ирекмәндәр һәм дөйөм халыҡ көсө менән тупланған ярҙамды район хакимиәте етәкселеге оҙатып барған. Тулыраҡ махсус хәрби операция яугиры, хеҙмәттәшебеҙ Рафиҡ Әхмәтшин әҙерләгән яҙмала.

Уфтанырға һәм борсолорға урын юҡ. Гармун моңо оҙатыуында, егеттәр Башҡортостандың Асҡын районынан махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылған гуманитар ылауҙы бушата. Яугир яҡташтарын хәстәрләп халыҡ, фронтта кәрәкле әйберҙәр ебәргән. Машинаға таҡта, Уаз автомобиле, маскировкалау селтәрҙәре, окоп шәмдәре, татлы бауырһаҡ, ит һәм таҙа эсәр һыу тейәлгән. Алғы һыҙыҡта уға айырыуса ихтияж ҙур. Унда шишмәләр ҡороған, өҫтәүенә дошман һыу сығанаҡтарын даими ағыулап тора. Махсус хәрби операция башланған көндән алып Асҡындар фронтҡа 500 тонна һыу оҙатҡан.

Асҡын эшҡыуарҙары, ирекмәндәр һәм дөйөм халыҡ көсө менән тупланған ылауҙы махсус хәрби операция биләмәһенә район хакимиәте башлығы Денис Йосопов оҙатып килде. Ул яҡташ яугирҙар менән ихлас аралашты, борсоған мәсьәләләре буйынса ла фекер алышты. Район хакимиәте башлығы әйтеүенсә, асҡындар фронтҡа ярҙам итеү өсөн берләшкән.

Кеп һәм Батя ҡушаматлы яугирҙар, ауылдаштар. Йәшлектәре бергә уҙған. Оборона министрлығы менән контрактҡа ла бер мәлдә ҡул ҡуйғандар. Әле бер полкта хеҙмәт итеүҙәренә ҡарамаҫтан, йыш осрашыу мөмкинлеге юҡ. Гуманитар ярҙам алыу, дуҫтарға күрешергә форсат бирҙе. Яугирҙар бер тауыштан Асҡын һәм Башҡортостан халҡына ихлас рәхмәт белдерә.

«Халҡыбыҙҙа берҙәмлектә-көс»,- тигән тапҡыр һүҙҙәр бар. Ысынлап та, тыл һәм фронт берҙәмлеге, дошманды ҡыйратыу өсөн көс бирә. Асҡындарҙың ихлас ярҙамы, көтөлгән Еңеү өсөн ҙур өлөш.

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ