Махсус хәрби операция ветераны мөхәббәтен тапты


Махсус хәрби операциянан һуң мөхәббәтен осратҡан. Хәрби бәрелештәр ветераны, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк бүлексәһе социаль координаторы Олег Мифтахетдинов Өфө ҡыҙы Альбина менән законлы никахҡа инде. Баш ҡаланың Киров районы ЗАГС-ында үткән тантанала йәштәрҙең туғандары, дуҫтары һәм коллегалары йыйылды. Олегтың хәрби юлына килгәндә, ул 2022 йылдың октябрендә Ватан һағына баҫҡан, штурм отряды командиры урынбаҫары була. Бахмуттағы алыш барышында ҡаты яраланып, һул ҡулын юғалта. Тыуған яғына ҡайтыу менән, ҡаһарман яҡташыбыҙ «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондына эшкә урынлашып, хәрбиҙәргә һәм ветерандарға ярҙам күрһәтә башлай. Билдәле булыуынса, йәштәр ике йыл элек Еңеү паркында танышҡан.


Еңеү паркында тәү күреүҙән ғашиҡ булдым. Бер беребеҙҙе көндән көн яҡшыраҡ беләбеҙ, ғүмер юлыбыҙ гел бергә барыуын, мөхәббәтле булыуын теләйем. бөгөн - иң бәхетле көнөбөҙ - беҙ законлы никахҡа индек.

Олег Мифтахетдинов, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы социаль координаторы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ