Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» республика кадрҙар программаһы старт алыуын иғлан итте


Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» республика кадрҙар программаһы старт алыуын иғлан итте. Идара итеү системаһына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм демобилизацияға эләгеүселәр иҫәбенән белгестәр әҙерләнә башлай. Шулай уҡ фән өлкәһен үҫтереү ҙә - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Төбәк етәксеһе Указы менән «Йылдың йәш ғалимы» тип исемләнгән яңы премия булдырылды. Ултырышта күтәрелгән мөһим яңылыҡтар һәм көнүҙәк мәсьәләләр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.

«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты сиктәрендә республиканың туризм өлкәһе 3 млрд 700 млн һумлыҡ ярҙам алған, сумманың бер өлөшө күләмле инфраструктура проекттарына йүнәлтелгән. Һуңғы ике йылда глэмпинг һәм кемпингтарҙы күпләп сафҡа индереүгә бәйле номерҙар фонды 800-гә артҡан. Быларҙың барыһы ла төбәктә модулле төҙөлөш буйынса яңы производстволар барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән. Оператив кәңәшмә министрлыҡ алдында ҡуйылған яңы бурыстар ҙа барланды. Геопарктар инфраструктураһы ла үҫешә. Былтыр майҙа Торатау эргәһендә этноүҙәк асылһа, июндә «Янғантау»ҙа «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплекс сафҡа индерелде.

Республика башлығы Радий Хәбиров район-ҡала хакимиәттәре етәкселеген Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына етди әҙерлек башларға ла саҡырҙы. Шулай уҡ «Хәтер баҡсаһы» акцияһына иғтибарҙарын йүнәлтте, апрелдә ошоға бәйле кәңәшмә уҙғарыу ҡаралған. Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн дә яңылыҡ бар. «Башҡортостан геройҙары» тип исемләнгән республика кадрҙар программаһына старт бирелә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Йылдың йәш ғалимы» премияһын булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуйған. Тәбиғи, техник, гуманитар фәндәр буйынса алып барылған ғилми эштәр, яңы асыштар лайыҡлы баһа аласаҡ.

Кәңәшмәлә республикала студенттар отрядтарын үҫтереү буйынса оператив штаб булдырыу мөһимлеге лә билдәләнде. Былтыр ғына дүрт меңгә яҡын йәш кеше эш урыны менән тәьмин ителгән. Был күрһәткес буйынса ил төбәктәре араһында Башҡортостан - 8-се урында

Башҡортостанда халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү буйынса ла һөҙөмтәле эш алып барыла. Әле дәүләттеке булмаған биш ойошмала алтмышҡа яҡын эш урыны булдырылып, аҙ мобилле һәм өлкән быуын вәкилдәренә стационар ярҙам күрһәтелә. Шулай уҡ төбәктә мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың реабилитацияһы өсөн шарттар булдырыу ҙа эшмәкәрлектә яңы йүнәлештәрҙең береһе

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
Акции БСТ