Ишембай районында эшләгән «За спорт» кейем тегеү фабрикаһы «Алға « сиктәрендә еңел сәнәғәт предприятиеларының уңышлы миҫалы. Сифатлы кейем тегеү цехтарында производствоның бөтә этаптары ойошторолған, районда 300 кешегә яңы эш урыны булдырылға. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
«Заспорт» фабрикаһында тегеү машиналары тауышы тынмай . Гүзәл заттар зауыҡлы спорт кейемдәренән тыш , көндәлек әйберҙәр һәм эшселәр өсөн махсус кейем тегә. Ике йыл элек «Алға» иҡтисади биләмәһе сикәрендә асылған предприятие йылдам үҫешә. Сифатлы продукция тегеү өсөн заказдар Рәсәйҙең төрлө төбәктеренән ҡабул ителә .
Фабрикала кейем тегеүҙең бөтә этаптары ла ойошторолған. Туҡымаларҙы әҙерләү, тегеү, кейемгә һүрәт баҫыу, сублимация цехтары ҡаралған. Бынан тыш, тәжрибә үткәреү бүлеге бар, бында белгестәр яңы кейем төрҙәре булдырыу өҫтөндә эшләй.
«Заспорт» фабрикаһында өс йөҙ кешегә эш урыны булдырылған, әммә әле предприятиела йөҙ генә хеҙмәткәр иҫәпләнә. Эшсе ҡулдар етмәү сәбәпле, производствоға сит ил граждандары ла йәлеп ителгән . Фабрикала айына уртаса 35 мең һумдан алып эш хаҡы түләнә , ҡалаға тиклем трансфер һәм туҡланыу ойошторолған, дөйөм ятаҡта йәшәү өсөн шарттар тыуҙырылған. Предприятиелар өсөн «Алға» иҡтисади биләмәһендә эшләү өсөн һалым ташламалары, ҡуртымға ер участкаһы , сәнәғәт объектында инженер инфраструктура һәм эш ҡоролмаларын һатып алыу өсөн ташламалар ҡаралған.
Башҡортостанда «Алға» иҡтисади зонаһы ойошторолоуға 5 йыл тулды . Проект сиктәрендә республикаға 62 млрд һумға инвестиция йәлеп ителде, ҡеүәтле сәнәғәт предприятиелары асылды. Махсус иҡтисади зона биләмәһе эргәһендә урынлашҡан производство район үҫеше өсөн етди этәргес бирә. Алдағы йылдарҙа «Алға» резиденттары исемлеген киңәйтеп , Салауат һәм Ағиҙел ҡалалары эргәһендә тағы ла ҙур предприятиелар асыу күҙаллана .
Флорида Ким



