Һуҡырҙар һәм күреү һәләте насар булған граждандар өсөн баш ҡалала йәмәғәт автобустары махсус система менән йыһазландырыла. Проектҡа ярашлы, телефонға күсерелгән ҡушымта аша һуҡыр пассажир туҡталышҡа ниндәй автобус килеүен ишетеп, ошонда уҡ ул ҡайҙа сығырға кәрәклеген күрһәтә аласаҡ. Водитель дә үҙ панелендә туҡталышта инвалид булыуын алдан күреп, уға ярҙам итә ала. Был идеяны Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы ағзаһы Булат Сафин тәҡдим иткән. Проект Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Система әлегә тик баш ҡалалағы 110-сы маршрутта һынау режимында яҡынса ике айҙан эшләй башлар тип көтөлә. Әлегә бындай уңайлыҡ тик Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур мегаполистарҙа ғына бар.



