Башҡортостан башлығы ошо турала белдерҙе. ““Геройҙар ваҡыты” тигән программа бар. Беҙҙеке “Башҡортостан геройҙары” тип атала. Республика проекты нигеҙендә идара итеүсе кадрҙар әҙерләү ҡарала”, - тине Радий Хәбиров. “Ватанды һаҡлаусылар өсөн бындай программа ойоштороуҙы хуплайбыҙ. Ул яуаплы мәлдә илде яҡларға барған кешеләрҙе үҫтерергә, һәләттәрен асырға мөмкинлек бирергә тейеш”, - ти Башҡортостан хәрби бәрелештәр инвалидтары берлеге рәйесе, республика парламенты депутаты Әлфит Ниғмәтйәнов.
Кадрҙар әҙерләүгә йүнәлтелгән проект тиҙҙән старт алырға тейеш.




