Концертҡа ҡунаҡ итеп Мария театры солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альбина Шаһиморатова саҡырылған. Ул конкурсың жюри комиссияһын етәкләй. Программала ариялар, рус һәм сит ил композиторҙары операларынан дуэттар тәҡдим ителә. Концерт Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында уҙғарыла.




