Башҡортостанда балалар сәләмәтлегенә иғтибар арта

Республика парламенты балалар физик үҫеш үҙәктәре тураһында закон проектына беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, бындай үҙәктәр тәү сиратта балаларҙың физик яҡтан сәләмәт булыуын үҫеүенә йоғонто яһарға тейеш. Ҙур көсөргәнешлек талап иткән профессиональ спорт иһә икенсе мәсьәлә. Балалар үҙәктәре йәштәрҙең һәләттәрен асыҡларға тейеш. Тренер шул йүнәлештә эш алып барасаҡ. Документ ошо яуаплылыҡты өҫтәй, тине парламент спикеры.

Фото №1 - Башҡортостанда балалар сәләмәтлегенә иғтибар арта
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ