Өфөлә Нариман Сабитовтың 100 йыллығына арналған концерт ойошторолдо


Өфөнөң Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе уҡыусылары мәшһүр композиторҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған концерт менән сығыш яһаны.

Маэстроның исемен йөрөткән белем усағында уның иҫтәлеге ҡәҙерләп һаҡлана. Концертта композиторҙың үлемһеҙ әҫәрҙәре яңы интерпретацияла яңғыраны. Балалар, опера һәм балет, вокал сәнғәте, фортепиано өсөн прелюдиялар һәм күләмле әҫәрҙәре башҡарылды.

Быйыл музыка мәктәбе ойошторолоуға 105 йыл тула. Бер нисә ай элек кенә белем биреү учреждениеһының фортепиано бүлегенә тәғәйенләнгән яңы өсөнсө корпусы асылған. Музыка мәктәбенә шулай уҡ «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса Рәсәйҙә етештерелгән «Михаил Глинка» рояле алынған.


Мәктәп юбилейына төрлө саралар үткәрергә йыйынабыҙ. Тиҙҙән теоретиктар араһында ҡала олимпиадаһы уҙасаҡ. Шулай уҡ беҙҙең уҡытыусылар Нариман Сабитовтың әҫәрҙәренән хор, вокал һәм тынлы уйын ҡоралдары бүлектәре өсөн йыйынтыҡ та әҙерләне.

Айнур Искәндәров, Н. Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе директоры


Музыка мәктәбе йылдан-йыл матурлана, күркәмләнә, үҫеш юлынан бара. Атайымдың исемен йөрөткән мәктәптең данлы традицияларын дауам итеүенә бик шатмын. Мин бында һәр ваҡыт ҙур теләк менән киләм.

Рөстәм Сабитов, Нариман Сабитовтың улы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ