Өфө заводы динамик подзарядкалы яңы «Электробус» линейкаһы сығарырға йыйына


Халыҡта улар «гармошка» тип йөрөтөлә. Был электробустарҙа тәпәш иҙән майҙаны ҙурайтылыуы аҙ мобилле граждандарға уңайлы. Навигация һәм климат-контроль системалары, видеокүҙәтеү, медиакомплекс - яңы троллейбустың яҡшы яҡтары күп. Улар бер зарядка менән 20 километр араны үтә ала. Модель Минск автомобиль заводы менән берлектә эшләнгән. Күрше республиканан Өфө трамвай -троллейбус заводына машинокомплект килә. Башланғыс комплектацияға буялған быялалары ҡуйылған кузов инә. Артабан Өфө заводы белгестәре төп агрегаттар һәм коммуникацияларҙы ҡуя. Шул уҡ ваҡытта комплектлау изделиеларының 25 процентын Башҡортостан предприятиелары тәьмин итә.


Ҡоролманың рамдары ҡуйыла, машина уны тоҡандырыу өсөн жгут һуҙыуға әҙерләнә. Артабан ниндәй ҡалаға ебәрелеүенә ҡарап, бөтә блоктар нығытыла. Тейешле тикшереү үткәндән һуң машина юғары һынауға ҡуйыла.

Андрей Королёв, Өфө трамвай-троллейбус заводы электрослесаре

Бынан тыш, әлеге ваҡытта өсөнсө быуын троллейбустары моделе уйлана, ул алдағыһынан интерьеры һәм экстерьеры менән айырылып торасаҡ. Ике республика заводтары 2020 йылда хеҙмәттәшлек итә башлаған. Башҡорт-белорус троллейбустарының тәүге партияһы Өфөлә генә түгел, Чебоксар, Новокузнецк, Братск һәм Яңы Чебоксарск ҡалалары урамдарына ла ла ебәрелгән. «Әле был транспортты Рәсәйҙең 12 ҡалаһында күрергә мөмкин. Былтыр шулай уҡ «Алға» иҡтисади зонаһында берлектәге предприятие булдырыу тураһында меморандумға ҡул ҡуйылған. Был электр транспорты етештереүҙе ике тапҡырға арттырыу мөмкинлеге бирә.


Яңы предприятие «МАЗ-УТЗ» электр транспортын үҫтереү биләмәһе тип аталасаҡ. Килекшеүгә Республика хөкүмәте ярҙамында ҡул ҡуйылды. Учредитель документтары ошо көндәрҙә раҫлана . Берлектәге предприятие планында - йылына 400-500 берәмек троллейбус йыйыуға ирешеү тора.

Сергей Яковлев, Өфө трамвай-троллейбус заводы генераль директорының беренсе урынбаҫары, коммерция директоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ