«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы социаль мәсьәләләр буйынса ҡабул итеү аҙналығы башланды.
Башҡортостанда йәшәүселәр менән Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары осраша. Аҙна дауамында ҡабул итеүгә килгән кешеләргә төбәктең социаль фонды һәм федераль мотлаҡ медицина страховкаһы фонды, Рәсәй юристар ассоциацияһы кеүек ведомстволар һәм республиканың Кеше һәм Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәренә һорауҙар менән мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге тыуҙырыла. Ошо аҙнала шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларын берҙәм ҡабул итеү көнө лә ойошторола. Артабан бындай осрашыуҙар ай һайын буласаҡ. Уларҙы - юридик, торлаҡ, ер бүлеү мәсьәләләре, медицина тәьминәте һәм социаль ярҙам кеүек айырым темаларға бүлеп уҙғарыу күҙаллана. Граждандар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға 7 февпралгә тиклем яуап ишетә ала.



