Ҡыштың йылы тороуына бәйле, республика йылға-күлдәренә рейдтар ваҡытынан алда башланыуы ихтимал. Иҫкәртеүсе саралар бөгөн Кушнаренко районының Сәрмәсән йылғаһында үтте. Эште урындағы хакимиәт ҡарамағындағы ҡотҡарыу хеҙмәте вәкиле алып барҙы. Ул күптән түгел махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп, тыуған яғына эшкә ҡайтҡан. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Сәрмәсән йылғаһының тәрәнлеге урыны менән 7 метрға етеүен иҫәпкә алған балыҡсылар хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәргә тырыша. Фәрит Исламов мәҫәлән, ҡышҡы балыҡ ҡармаҡлау менән ике тиҫтә йылдан ашыу шөғөлләнә. Тәжрибә булыуға ҡарамаҫтан, замандашыбыҙ боҙға ҡоралланмайынса сыҡмай.
Боҙҙоң йоҡа булыуын улар яҙҙың иртә килеүе менән бәйләй. Шуға ла миҙгелдең һәр көнөн балыҡсылар файҙаланып ҡалырға тырыша. Ҡотҡарыусыларҙың да эше быйыл ваҡытынан алда башланыр тип көтөлә. Махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан Тимур Аҡсурин 2024 йылдың авгусынан ҡотҡарыусы булып эшләй.
Әйткәндәй, Тимур Аҡсурин әлеге вазифаға осраҡлы килмәгән. Сөнки, уныһы атаһы ла ошо өлкәлә эшләй. Бала сағында уҡ йыш ҡына Кушнаренко районы һыу ятҡылыҡтарына рейдҡа бергә сығыр булған.
Тимур Аҡсурин яуҙаштарын, махсус хәрби операция ҡатнашыусыларын да онотмай. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнаша, хәрби хеҙмәткә барырға теләгән ир-егеттәргә төплө кәңәштәре менән дә ярҙам итергә тырыша. Өфө фән һәм технологиялар университетында социаль хеҙмәткәргә уҡып йөрөгән замандашыбыҙҙың киләсәккә маҡсаттары юғары.
Азат Ғәлиуллин



