Башҡортостан туңдырмаһы экспортҡа сыға


Башҡорт һөтөнән етештерелгән татлы ризыҡ Вьетнам, Евразия иҡтисади союзы илдәренә, шулай уҡ Әзербайжан һәм Үзбәкстанға оҙатыла. Әле Ҡытай һәм Тайланд баҙарына сығыу мәсьәләһе хәл ителә. Етештереү ҡеүәтен арттырыуға «Башҡорт туңдырмаһы» компанияһы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында төҙөлгән инвестиция проекты ярҙам итә. Уға ярашлы, предприятие базаһы тулыһынса яңыра, был туңдырманы етештереүҙе 20 процентҡа арттырырға мөмкинлек биргән. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Һәр бер һөт цистернаһынан алынған өлгө тәү сиратта лаборатория аша үтә. Бында майҙың масса өлөшө, кислотаһы, ҡуйылығы, таҙалығы ҡарала. Шулай уҡ сеймал антибиотикка тикшерелә.


Был параметрҙарҙы тикшереүҙән тыш, продукциябыҙҙы аккредитацияланған лабораторияларға ебәрәбеҙ. Беҙ үлсәү сараларын баһалау һәм ризыҡты экспортҡа ебәреү өсөн аттестация үткәнбеҙ.

Людмила Юртова, лаборатория етәксеһе

Туңдырма етештереү тулыһынса автоматлаштырылған булһа ла, әҙер ризыҡты алыр өсөн ингредиенттарға оҙайлы юл үтергә кәрәк. Һөт сифат талаптарына яуап биргән осраҡта, сеймал ҡабул итеү бүлегендәге резервуарҙарға ҡойола. Исеме есеменә тура килгән кеүек, «Башҡорт туңдырмаһы» өсөн тик республикала етештерелгән юғары сортлы һөт ҡулланыла.

Киләһе этапта ҡатнашманы әҙерләү башлана. Был торбаларҙан иһә төрлө тәмләткестәр ҡушылған туңдырма аға. Уның юлы -40 градуслыҡ камералар аша үтә.

Өс етештереү линияһы тәүлегенә 60 тонна, йәғни сәғәтенә бер мең туңдырма етештерә ала.

Етештереү процесына ҡарап ойошманың ҡасандыр бөлгөнлөк алдында булыуына ышаныуы ла ауыр. Әле «Башҡортостан туңдырмаһы» Нерал компаниялар төркөмөнә ҡарай. 2020 йылда Башҡортостан Хөкүмәте менән инвестиция килешеүе төҙөлә. Уға ярашлы, иҫкергән ҡорамалдар заманса линияларға алмаштырыла. Әлеге ваҡытта ла инвестиция проектын тормошҡа ашырыу дауам итә.

Беҙ тулыһынса бөтә коммуникацияларҙы алмаштырҙыҡ, иң яҡшы ҡоролмаларҙы ҡорҙоҡ, заманса компрессор цехын төҙөнөк. Реконструкцияның өсөнсө этабында түбән температуралы склад һәм биш линиялы етештереү цехын төҙөргә планлаштырабыҙ.

Екатерина Зелёнкина, «Башҡорт туңдырмаһы» ойошмаһы директоры

Бөгөн «Башҡорт туңдырмаһын» Рәсәйҙең 40 төбәгендә, Вьетнам, Әзербайжан, Үзбәкстан, Евразия иҡтисади союзы илдәрендә һатып алырға мөмкин. Яҡын арала Ҡытай һәм Тайландҡа тәүге партияларҙы оҙатыу күҙаллана. Өфөлә етештерелгән продукция яңы офоҡтарҙы ғына түгел, һауа киңлеген дә яулау. Татлы ризыҡты авиакомпаниялар үҙ менюһына индерҙе. Башҡортостанда аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр етештереү менән меңдән ашыу предприятие, шул иҫәптән бәләкәй эшҡыуарлыҡ шөғөлләнә.

Былтырғы йыл аҙағына республиканан 615 мең тонна ризыҡ экспортҡа сығарылған. Киләсәккә лә бурыстар юғары. Амбициоз маҡсаттарға өлгәшеү өсөн республикала экспорт стратегияһы әҙерләнә. Уны Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы мартта Өфөлә үтәсәк Халыҡ-ара Агрокомплекс күргәҙмәһендә тәҡдим итергә планлаштыра.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ