Башҡортостан «Беренселәр хәрәкәте»нең грант еңеүселәре күплеге буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе


Былтыр төбәктән 32 башланғыс конкурс еңеүсеһе тип табылған. «Беренселәр хәрәкәте»нән йәлеп ителгән грант күләме 124 миллион һумдан ашҡан. Был аҡсаларға тотош республикала алтмышҡа яҡын проект тормошҡа ашырыла. Бөгөн үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр тәбрикләнде.

Иң сағыу башланғыстарҙың береһе «Кесе Ватан- оло ил» тип исемләнгән этнографик уйын. Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған йөҙҙәрсә үҫмер ике көн буйы аң-белем кимәле буйынса көс һынаша, экскурсияларға йөрөй, оҫталыҡ дәрестәре ала, төрлө билдәле шәхестәр менән осраша.

Этнографик уйын балаларҙың тыуған яҡты, ил тарихын, географияны, мәҙәниәтте белеүгә һынай. Ул өс этапта үтә. Тәүҙә ҡатнашырға теләүселәр интернет селтәрендә онлайн режимда һорауҙарға яуап бирә. Унда тотош илдән 11 меңдән ашыу бала ҡатнаша. Тәүге һынауҙы үтеүселәр үҙ төбәктәренең баш ҡалаһына финалға йыйыла.

«Беренселәр хәрәкәте»нең грант конкурсына тәҡдим ителгән проекттарҙың барыһы ла йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү, атайсалдың тарихы, мәҙәниәтенә һөйөү уятыу һәм илдең башҡа үҙенсәлектәре менән таныштырыу. Башҡортостан йәштәре проекттарҙың төрлөлөгө буйынса алдынғылар иҫәбендә.


Башҡортостан бирелгән ғаризалар һәм еңеп сыҡҡан проекттар күплеге буйынса лидер төбәк. Былтыр 387 ғариза бирелһә, уларҙың утыҙ икеһе еңеү яуланы. Проекттар ҙа бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле. Шуға күрә грант ярҙамы туҡтаған осраҡта ла уларҙың дауам ителеренә ышанғы килә.

Марина Романюк, «Беренселәр Хәрәкәте» федераль аппаратының грант ярҙамы бүлеге етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ