Уның тыуыуына 66 йыл тула. Әхәт Мотаһар улы халыҡ араһында башҡорт Левитаны булып танылды. Ул утыҙ йылдан ашыу радиола эшләне, телевидениела, сәхнәлә хеҙмәт итте, ҙур сараларҙың рәсми тауышы булды. Бөгөн Учалыла Әхәт Мортазинға арналған “Диктор тауышы” республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы була. Ижади ярышты “Юлдаш” радиоһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Учалы районы хакимиәте ойоштора.




