Башҡортостанда уҙған йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһе үҫешенә 119 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы 135 тиҙ төҙөлә торған модулле конструкция, шул иҫәптән 111 фельдшер-акушер пункты, 19 табип амбулаторияһы, 4 дөйөм практика табибы офисы, 1 участка дауаханаһы файҙаланыуға тапшырылды. “Медицина объекттары яңы стандарттарға һәм санитар нормаларға тулыһынса яуап бирә”, - ти республика һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылында Өфөлә “Салют” реабилитация комплексы асылды. Бында кескәй пациенттарҙы һауыҡтырыу, уҡытыу, йәмғиәткә яраҡлаштырыу өсөн бар шарттар булдырылған. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был үҙәк балаларға көслө булырға, үҙҙәренә ышанысты арттырырға мөмкинлек бирә.
Өфө ҡалаһының медицина учреждениеларын яңыртыу программаһы ярҙамында 2-се һәм 5-се балалар поликлиникалары биналары тәртипкә килтерелде. Республика туберкулезға ҡаршы диспансерының балалар бүлексәһе төҙөкләндерелде. Өфөнөң 5-се балалар поликлиникаһы баш табибы Рөстәм Ғәлиев.
Республика медицина учреждениеларында 16 меңдән ашыу табип һәм 40 меңгә яҡын урта медицина хеҙмәткәре эшләй. Тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеү маҡсатында “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры”, “Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар” программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Иглин районы Ҡарамалы ауылында яңы асылған фельдшер акушер пунктына Зөһрә Карнаухова “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса эшкә урынлашҡан.
Республикала быйыл “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” яңы милли проекты старт ала. 2030 йылға ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә тиклем еткереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Милли проект составына 11 федераль проект инә. Ул һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу һәм социаль сирҙәрҙе иҫкәртеүгә, иртәрәк асыҡлауға йүнәлтелә. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 7 миллиард һум аҡса йәлеп ителә.







