Парламент ултырышында дини татыулыҡ мәсьәләһе ҡаралды


Дини мөнәсәбәттәр, грант, медицина ярҙамы буйынса мөрәжәғәттәр. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың граждандар институты, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты ултырышының көн тәртибенә ошо һәм башҡа мәсьәләләр сығарылды.

Башҡортостан милләт һәм конфессия-ара татыулыҡ өлгөһө булып тора. Әммә махсус хәрби операция башланғандан һуң ситтән дини инаныуҙарҙы файҙаланып йәмғиәтте тарҡатырға маташыуҙары күҙәтелә. Был шарттарҙа халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыу мөһим. Комитет ултырышында Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Татьяна Һәүбәнова халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр тураһында ла әйтеп үтте, иң күп һорауҙар дарыуҙар тәьминәте буйынса. Депутаттар Парламент ултырышына тәҡдим ителәсәк ҡануни проекттарҙы ла тикшерҙе.

Комитет ултырышында махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Добрый» ҡушаматлы яугир ҙа ҡатнашты. Ул депутаттарға алғы һыҙыҡтағылар һәм уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек өсөн рәхмәт белдерҙе, егеттәргә ниндәй ярҙам кәрәклеген билдәләне. Депутаттар ҡаһарман яугирҙы Радий Хәбиров был аҙнала иғлан иткән «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһында ҡатнашырға саҡырҙы.


Мин махсус хәрби операцияла 2022 йылдан ҡатнашам, өсөнсө тапҡыр ялға ҡайттым. Отпуск бик һөҙөмтәле үтә, осрашыуҙарға йөрөйөм, яҡындарым менән күрешәм. Бөгөн комитет ултырышына депутаттар корпусына алғы һыҙыҡтағы егеттәр исеменән рәхмәт һүҙҙәрен һәм теләктәребеҙҙе еткереү өсөн килдем. Фронт менән тыл бергә булғанда-беҙ көслөбөҙ, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ.

«Добрый» ҡушаматлы яугир
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ