Өфө ғалимдары ялған балды асыҡлау юлын уйлап тапҡан


Башҡорт балы тип алдап булмаясаҡ. Өфө ғалимдары ялған балды асыҡлау юлын уйлап тапҡан. Улар башҡорт тоҡомло бал ҡорто йыйған балдың днк-һын асыҡлаған. Был уникаль алым фальцификация менән көрәшеү мөмкинлеге бирә. Ғалимдар бөгөн «Фән сәғәте» форматында үткән күсмә кәңәшмәлә был өлкәләге һуңғы асыштары менән таныштырҙы.

Ғалимдар кешенең мутацияға бирелеүсе гендарын асыҡлай. Һуңынан патогены булған күҙәнәктәр исемлеге төҙөлә. Был күрһәткестәр сирҙе алдан иҫкәртеү, дауалауҙы һөҙөмтәлерәк итеү мөмкинлеге бирә. Быға тиклем фундаменталь тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнһәк, хәҙер билдәле йүнәлештә эш алып барабыҙ, ти ғалимдар. Йәғни, хәҙер һәр асыштар ҙа медицинала ҡулланыуға инергә тейеш.

Был лабораторияла иһә үҫемлектәр гендары өйрәнелә. Ғалимдар ашлыҡтың биологик потенциалын тикшерә һәм уңдырышлы орлоҡтар сығара. Модификацияланған үҫемлектәр тирә-яҡ тәьҫиренә бирешеп бармай.

Ә был бәләкәй генә бүлмәлә илдә тәүге тапҡыр башҡорт бал ҡорто геномы асыҡланған. Ғалимдар әйтеүенсә, беҙҙең нәҙекәйбилдәр ысынлап та уникаль һәм уларҙы, йыйған балды ла һаҡлау мотлаҡ. Белгестәр әле тап ошо эш менән шөғөлләнә лә инде.

Республикала барлыҡҡа килгән Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенә инеү менән Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге лабораторияларында эш күпкә йәнләнгән. Ғалимдар хәҙер ҡиммәтле, ә иң мөһиме ҡеүәтле ҡорамалдарҙа эшләй. Бөгөн дә Башҡортостан башлығы атомдар кимәлендә молекуляр тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн тәғәйенләнгән спектрометрҙы сафҡа индереү шаһиты булды.

Ҡиммәтле ҡорамалдарға киткән сығымдар һис шикһеҙ үҙен аҡлаясаҡ. Бының өсөн һәр асышты ла ҡулланышға индереү мөһим. Фән, мәғариф, бизнесты берләштереп юғары технологиялы продукция етештереүҙе яйға һалыу төп маҡсат, тине Радий Хәбиров кәңәшмәлә. Республика башлығы ғалимдар алдында торған төп бурыстарҙы билдәләп үтте.

Республика үҙ сиратында фәнде үҫтереү өсөн һәр яҡлап та шарттар булдыра. Бигерәк тә йәш белгестәр өсөн. Былтыр йәш ғалимдарға ярҙам итеү саралары буйынса республика илдә тәүге урынды яуланы. Күптән түгел генә Башҡортостан башлығы указы менән «Йылдың йәш ғалимы» премияһы барлыҡҡа килеүе лә ошоға дәлил. Уға ярашлы йыл һайын ете белгес 150 мең һумлыҡ премия аласаҡ.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ