Республика кардиология үҙәгендә идара ителеүсе катетерлы ультратауыш тромболиз ысулы менән үпкә артерияһы тромбоэмболияһын дауалау буйынса беренсе операция эшләнде. Был операция әлегә илдең тик өс федераль үҙәгендә яһала. Пациенттың хәлен БЮТ ижади төркөмө лә белеште. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Йыһангир Ҡасҡынов операция кисереп биш көн стационарҙа табиптар күҙәтеүендә ҡалған һуң, бөгөн дауахананан сығарылды. Әммә, ул әле генә Өфөнән ҡайтырға ашыҡмай. Көс-хәл туплап, баш ҡаланың матур урындары менән танышырға, хоккейға барырға иҫәп тота.
Ә операцияға тиклем 63 йәшлек пациент ашығыс рәүештә Баймаҡ районынан килтерелә. Ул биш метр атлауҙан тын ҡыҫылыуына, күкрәк тәңгәле ауыртыуына һәм баш әйләнеүгә зарланған. Компьютер томографияһында үпкә артериялары патологияһы асыҡлана.
Операция уңышлы үтә. Табиптар пациенттың аяҡтарынан үпкә артерияларындағы тромбҡа тиклем махсус катетер индерә. Уның ярҙамында яңы ультратауыш тромбэктомияһы системаһы аппаратына тоташтырыла. Был алым тромбты таҙартып, ҡан ағымын тергеҙеүгә булышлыҡ иткән.
Республика кардиология үҙәге табиптары ҡулланған яңы алымды йылдам үҫтерергә ниәтләй. Быйыл операцияа 15 квота бүленгән.
Азат Ғәлиуллин



