Өфөлә «Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры» әҙәбиәтенең библиографик күрһәткесе менән таныштырыу үтте


Республика Милли китапханаһында «Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры» әҙәбиәтенең библиографик күрһәткесе менән таныштырыу үтте. Ул милли театрҙың тыуған көнөнә донъя күргән. Бөгөн республиканың алдынғы мәҙәниәт учреждениеларының береһе 93 йыллығын билдәләй.

Илдә тәүгеләрҙән булып ойошторолған милли ҡурсаҡ театры 1932 йылда эш башлаған. Уның бригадалары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтта һәм госпиталдәрҙә спектаклдәр менән сығыш яһай. Театр коллективы сит илдәргә лә күп сыға. Милли китапхана директоры Айгөл Әминева билдәләүенсә, ҡурсаҡ театры республиканың библиографик күрһәткесе әҙерләнгән беренсе театры булды. Был милли китапхана хеҙмәткәрҙәренән бүләк булып тора. Әсбапты тулыландырыуҙа улар ҙур эш башҡара.

Китаптың исем туйында Башҡорт ҡурсаҡ театры менән милли китапхана араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был хеҙмәттәшлек донъя күргән йыйынтыҡты популярлаштырыуға йүнәлтелгән берлектәге саралар үткәреүҙе күҙ уңында тота.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ