МХО-ла ҡатнашыусылар Өфөләге «Сокол» спорт-һауыҡтырыу комплексында бушлай шөғөлләнә аласаҡ

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк филиалы Аҡмулла университеты менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Яҡтар араһында ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, көн һайын 65 яугирға бассейн һәм тренажер залы менән файҙаланыу мөмкинлеге биреләсәк. Шулай уҡ үҙ яҙмышын педагогика һәм юғары уҡыу йорто менән бәйләргә теләүселәр өсөн ҡабул итеү кампанияһы алдынан танышыу саралары үткәреләсәк. Был махсус хәрби операция ветерандарына белем алыу, эшкә урынлашыу һәм квалификацияһын күтәреү өлкәһендә яңы мөмкинлектәр асыр тип көтөлә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ