«Динамо-Урал» волейбол клубы үҙ паркетында Новосибирскиҙың «Локомотив»ын ҡабул итә

Бер-нисә минуттан «Динамо-Урал» волейбол клубы үҙ паркетында Новосибирскиҙың «Локомотив»ын ҡабул итә. Өфөләрҙең бөгөнгө дәғүәсеһе осрашыуға рәтән 5 еңеү менән килә. Беҙҙең команданың хәле лә насарҙан түгел - рәттән 4 еңеү. Был миҙгелдә командалар ноябрҙә осрашып өлгөргәйне, ул саҡта уйын новосибирскиҙар файҙаһына 2:3 иҫәбе менән тамамланды. Бөгөнгә өфөләр 44 мәрәй менән турнир таблицаһының 6-сы баҫҡысында. «Локомотив»ҡа ҡаршы уйын менән беҙҙең команда үҙ майҙанында уйындар шәлкемен тамамлай. Киләһе аҙнала яҡташтарыбыҙ Мәскәүгә юллана, унда 14 февралдә «МДТУ» командаһы менән осраша .

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ