Ирекмәндәр республика хәрби дан музейына «Бук» зенит ракета комплексының ҡойроҡ өлөшөн тапшырҙы


Нацистар махсус хәрби операция биләмәһендә Рәсәй вертолетын бәреп төшөрөргә маташҡанда, ул беҙҙең ғәскәрҙәрҙең позицияһына ҡолай. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәй.

Волонтерҙар вәғәҙәһен үтәй. Меңәрләгән саҡрым юл үтеп «Бук» ЗРК ракетаһының ҡойроҡ өлөшө Өфөгә килтерелә. Уның ауырлығы бер нисә тиҫтә килограмм. Республика хәрби дан музейы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бындай экспонат әлегә булмаған. Ул махсус хәрби операцияға арналған залға ҡуйыласаҡ. Бында 500-ҙән ашыу артефакт урынлаштырылған. Зенит ракета комплексының ҡойроҡ өлөшө иң эре ҡомартылҡарҙың береһе буласаҡ. Хәҙер уны тәртипкә килтереү буйынса эш көтөлә. Бынан тыш, ирекмәндәр музейға Рәсәй армияһы котелоктарын, НАТО өлгөһөндәге каска һәм пулемет таҫмаһы өсөн буш ҡумта тапшырҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ