Хәйбулла районында тиҙ шахмат буйынса район беренселеге уҙғарылды


Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тиҙ шахмат буйынса район беренселеге уҙғарылды. Интеллектуаль уйында балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре - ике тиҫтәнән ашыу малай-ҡыҙ ҡатнашты. Күптәр быға тиклем дә төрлө ярыштарҙа уңышлы сығыш яһап, призлы урындар алған. Мәктәпкәсә учреждениеларҙа шахмат буйынса дәрестәр ойошторолоуы - төбәк өсөн уңышлы башланғыстарҙың береһе. Сараларҙың күбеһе «Балалар спорты» партия проекты сиктәрендә үтә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ