Башҡортостан насар ишеткән кешеләр өсөн «Беҙ бергә. Спорт» Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһын ҡаршылай. Ярышта ҡатнашыусыларҙы Радий Хәбиров сәләмләне. Төбәк башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, сарала илдең 30 төбәгенән 800-ҙән ашыу иң көслө спортсы сығыш яһай.
Спартакиаданың төп өлөшө Өфөлә үтһә, айырым йүнәлештәр буйынса ярыштар Ишембайҙа һәм Әбйәлил районында ойошторола. Башҡортостандың күләмле, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар өсөн сараларҙы ойоштороу тәжрибәһе ҙур. Республикабыҙҙы йәнә ошондай турнирҙы үткәреү урыны итеп һайлауҙары бик әһәмиәтле. Бөтә ҡатнашыусыларға ла уңыштар теләйем. Улар - спортҡа һәм тормошҡа ғашиҡ ҡыйыу кешеләр, юғары үрҙәргә үрләп, үҙҙәренең уңыштары менән башҡаларҙы ла дәртләндерә. Спартакиадала ҡатнашыусыларға - матур еңеүҙәр, ә көйәрмәндәргә - сағыу тәьҫораттар!, - тип яҙған Башҡортостан башлығы.




