Өфөлә Алексей Касьянов Нәзиә Ишмөхәмәтованы 101 йәше менән тәбрикләне


Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов Нәзиә Ишмөхәмәтованы 101 йәше менән тәбрикләне.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылында тыуып үҫкән. 1941-1945 йылдарҙа ул СССР-ҙың Эске эштәр Халыҡ комиссариаты белгесе булып эшләй. Һуғыштан һуң хеҙмәт юлын Өфөнөң төрлө предприятиеларында дауам итә, тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Нәзиә Ишмөхәмәтова бөгөнгө көнгә тиклем китап уҡырға ярата. 1996 йылда вафат булған тормош иптәше Нурла Ғәбиҙулла улы татар телендә шиғырҙар ижад иткән. Улар 50 йылға яҡын бергә татыу ғүмер кисергән, оҙаҡ йылдар Өфөнөң Дим биҫтәһендә йәшәгән. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын Нәзиә Ишмөхәмәтова балалары һәм ейәндәре ҡәҙер-хөрмәтендә ҡаршылай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ