Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдары яман шеш менән сирләүселәр өсөн импланттар эшләй. Улар зарарланған һөйәк участкаларын алмаштырырға ярҙам итәсәк. Рәсәй фәне көнө алдынан Өфө фән һәм технологиялар университетында биомедицина тәғәйенләнешендәге металл ҡоролмаларын прототиплау лабораторияһы асылды. Ул юғары уҡыу йортоноң «Приоритет - 2030» дәүләт программаһы сиктәрендә Мәскәүҙең Николай Блохин исемендәге онкология милли медицина тикшеренеү үҙәге менән берлектә тормошҡа ашырылған. Хәҙерге технология һөйәктең һығылмалылығына яҡынайтып махсус күҙәнәкле имплант баҫтырырға мөмкинлек бирә. Артабан ул пациенттың зарарланған һөйәк туҡымаһына ҡуйыла.



