Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылы биләмәһе урындағы башлағыстарҙы хуплау программаһы буйынса Келәтаяҡ ауылы зыяратының кәртәһен яңыртырға йыйына.
Ҡаңны-Төркәй ауылы биләмәһе республика программаһында йыл һайын ҡатнаша. Был эштә ерле халыҡ та, эшҡыуарҙар ҙа, ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа әүҙем ҡатнаша. Үткән йылдарҙа Ҡаңны-төркәй мәктәбе ихатаһы, һыу башняһы, зыярат кәртәһе төҙөкләндерелгән. Бүздәктәр быйыл да программаға ҙур өмөттәр бағлай.



