“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондына 2 миллиондан ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән

Улар фондтың филиалдарынан килгән. Мәсьәләләрҙең 92 процентҡа яҡыны хәл ителгән. “Һәр мөрәжәғәт яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре менән бәйле. Беҙ уларҙы тиҙ арала хәл итергә тырышабыҙ. Фонд геройҙарға документ юлларға, тейешле ярҙам сараларын алырға, реабилитация үтергә, эш табырға, өҫтәмә белем алырға ярҙам итә”, -  тип белдерҙе уның рәйесе Анна Цивилева. Килгән һорауҙарҙың күбеһе социаль ярҙам сараларын, аҡсалата түләүҙәрҙе алыу, юридик һәм психологик ярҙам күрһәтеүгә бәйле.  Анна Цивилева әйтеүенсә, федераль һәм төбәк медицина учреждениеларында 45 меңдән ашыу махсус хәрби операция ветераны диспансерлаштырыу үткән.

Фото №1 - “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондына 2 миллиондан ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ