Яугирҙар Өфөнөң “Сокол” спорт-һауыҡтырыу комплексында бушлай шөғөлләнә ала

“ Ватанды һаҡлаусылар”  дәүләт фондының төбәк филиалы Аҡмулла университеты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, көн һайын 65 яугирға бассейн һәм тренажер залы менән файҙаланыу мөмкинлеге бирелә. Шулай уҡ үҙ яҙмышын педагогика һәм юғары уҡыу йорто менән бәйләргә теләүселәр өсөн вуз менән танышыу үткәрелә. Махсус хәрби операция ветерандарына белем алыу, эшкә урынлашыу һәм квалификацияһын күтәреү буйынса яңы мөмкинлектәр асыла, ти “Ватанды һаҡлаусылар”  дәүләт фондының төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

Яугирҙар Өфөнөң “Сокол” спорт-һауыҡтырыу комплексында бушлай шөғөлләнә ала
Фото №1 - Яугирҙар Өфөнөң  “Сокол”  спорт-һауыҡтырыу комплексында бушлай шөғөлләнә ала
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ