Республика йәмәғәтселеге Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 91 йыл тулыуҙы билдәләй


Бөгөн республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 91 йыл тулыуҙы билдәләй. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән бер осорҙа эшләгән етәкселәр уның һәйкәленә сәскә һалды.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы 1993 - 2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы менән етәкселек итте. Төрлө осорҙа бергә эшләгән билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре билдәләүенсә, ниндәй генә тармаҡты алма, тәүге президенттың республика үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Мортаза Рәхимов юғары дәрәжәле чиновник булып ҡына түгел, ә Ватанын сикһеҙ яратҡан, халҡына тоғро хеҙмәт иткән кеше булараҡ халыҡ хәтерендә һаҡлана.

Мортаза Ғөбәйҙулла улына һәйкәл Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһы һәм Хөкүмәт йорто эргәһенә ҡуйылды. Проект авторы - танылған скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков. Стеланың башын Башҡортостан гербы биҙәй, ҡурай тажы балҡый.

Һәйкәлдең рельефында ауыл хужалығы, сәнәғәт өлкәләренә бәйле сюжеттар һынландырылған. Бында иген башаҡтарын, ураҡ ваҡытын, заводтарҙың эшмәкәрлеген күрергә мөмкин. Шулай уҡ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуған яғы - Күгәрсен районы Тәүәкән ауылы ла сағылыш тапҡан.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ