Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Беларусь республикаһы президенты Александр Лукашенко менән осрашты. Эшлекле һөйләшеүҙә республикалар араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү юлдары ҡаралды. Яҡтар араһында булдырылған үҙ-ара ышаныслы һәм һөҙөмтәле бәйләнештәр барланды.
Беларусь башлығы Башҡортостан менән эшлекле мөнәсәбәттәрҙе юғары баһалап, унын мөһимлеген билдәләне. Белоруссия менән Башҡортостандың быйыл үҙ-ара тауар әйләнешен 320 миллион долларға тиклем еткереү маҡсаты ҡуйылды. Репсубликалар араһында аҙыҡ-түлек экспорты, еңел сәнәғәт тармағында яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә булды.




