Рәсәй фәне көнө алдынан Өфө федераль ғилми тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һуңғы ике йылда донъя күргән фәнни баҫмаларҙың исем туйын уҙғарҙы. Ғалимдарҙың хеҙмәте ярҙамында донъя илдәре Башҡортостандың үҙенсәлекле мәҙәниәте, йолалары, фән һәм йәмғиәт үҫешенә индергән өлөшө хаҡында танып белә. Уларҙың тикшеренеүҙәре милли үҙенсәлекте һәм мәҙәни-ара диалогты нығытыу нигеҙе булып тора.
Ике йыл эсендә йәмғеһе 47 монография нәшер ителгән. Фәнни эштәр йәмғиәттең төрлө тармаҡтарын үҙ эсенә алған. Һәр ҡайһыһы тураһында институттың бүлек мөдирҙәре таныштырҙы. Баҫмаларҙың онлайн форматта ойошторолған презентацияһында Рәсәй юғары уҡыу йорттары вәкилдәренән тыш, Ҡырғыҙстан һәм Ҡаҙағстан ғалимдары ла ҡатнашты. Шулай уҡ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты үҙәктә нәшер ителгән яңы ғилми журналдары менән таныштырып, даими хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы.



