Күләмле сарала быйыл республиканың төрлө район-ҡалаларында һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән 69 ғаилә, барлығы ике йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты. Һырғалаҡ майҙансығында ойошторолған финал уйындарын БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.
Боҙ өҫтөндә сәкән менән туп йөрөтөү еңелдән түгел, шулай ҙа бында һәр секунд иҫәптә. Әсәйҙәр атайҙарға, унан һуң атайҙар эстафетаны балаларына тапшырып, башҡа ғаиләләрҙән алдараҡ, етеҙерәк булырға тырыша. Һәр команданы айырым судья күҙәтә.
«Яңы йыл ғаилә уйындары» республика фестивале финалына республика район-ҡалаларынан етмешкә яҡын ғаилә саҡырылғайны. «Динамо» стадионындағы һырғалаҡта уларға төрлө һынауҙар үтергә тура килде. Ата-әсәләр үҙ миҫалында балаларын спортҡа йәлеп итеүен дә билдәләне. Күләмле сара ысын мәғәнәһендә ғаилә байрамына әйләнде.
Күләмле фестиваль республика башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән бер нисә йыл рәттән уңышлы уҙғарыла. Быйыл муниципаль этаптарҙа ҡатнашыусылар һаны ла рекорд күрһәткескә еткән.
Финал уйындар - һәр кем өсөн көтөп алынған ваҡиға. Иң етеҙҙәргә шәп бүләктәр, республика шифаханаларына путевкалар биреләсәк.
«Яңы йыл ғаилә уйындары» фестивале һөҙөмтәләре буйынса икенсе һәм өсөнсө урындарға Миәкә районынан Хәсәновтар һәм Ҡалтасы районынан Миңлекәевтар ғаиләләре лайыҡ булһа беренселекте Балаҡатайҙан Ҡәниповтар ғаиләһе яуланы. Учалынан Зариповтар иһә «Минең спорт ғаиләм» номинацияһы еңеүсеһе тип танылды.
Гөлназ Хәйбуллина



