Күмертауҙа спорт мөмкинлектәрен киңәйтәләр


Күмертауҙағы предприятиеларҙың береһе адаптив спорт төрҙәрендә ҡатнашыусылар өсөн шәхси инвентарь комплекттары етештерә башланы.

Был һорау менән былтыр урындағы властар «Южурал-Ойл» йәмғиәтенә мөрәжәғәт итә. Үтенесте предприятие етәксеһе Зиннур Исхаҡов яуапһыҙ ҡалдырмай. Ул айырым бер кешегә саңғы менән шөғөлләнеү өсөн спорт йыһазы эшләп ҡарарға була. Бының өсөн иң тәүҙә һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән спортсының үҙенсәлектәре иҫәпкә алына. Әйткәндәй, Күмертауҙа бөгөн саңғы менән 40-ҡа яҡын инвалид спортсы шөғөлләнә. Улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа бар. Радик Йосопов мәҫәлән, «Газпром» йәмғиәтендә эшләй һәм параллель рәүештә үҙе өсөн яңы спорт төрөн - саңғы ярыштарын үҙләштерә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ