Асҡын районынан 34-се гуманитар колонна махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды


Ылау алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙең ихтыяжын иҫәпкә алып кәрәкле әйберҙәрҙән тупланған. Изге эшкә район эшҡыуарҙары ла, ирекмәндәр ҙә, халыҡ та дәррәү ҡушылған. Асҡындар махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙарға 260 тоннанан ашыу эсәр һыу, 50-нән ашыу мунса һәм автомобиль, шулай уҡ төҙөлөш материалдары, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре оҙатҡан. Гуманитар ярҙам йыйыу әле лә дауам итә. БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ылыҫ еҫе аңҡып торған ағас эшкәртеү цехында иртәнәнән кискә тиклем бысҡы тауышы тынмай. Ҡубыяҙ ауылы пилорамында таҡтаны төрлө формала һәм ҙурлыҡта ҡырҡырға, эшкәртергә, киптерергә мөмкин. Цехта ағас эшенең бар нескәлектәрен белгән тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр тупланған. Мәҫәлән, Ҡәҙим Шәйнуров 20 йылдан ашыу балта оҫтаһы булып эшләй.

Урман сәнәғәтселәре берлегендә ошо тармаҡта эшләгән 12 эшҡыуар. Улар үҙҙәре етештергән ағас материалдарның бер өлөшөн һатыуға сығарһа, икенсеһен махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙгә оҙата. Дөйөм көс менән алғы һыҙыҡҡа 10 уазик, тепловизор, генератор һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр ебәрелгән. Һуғы гуманитар ылау составына 35 кубометрҙан ашыу таҡта тейәлгән. Төҙөлөш материалдары блиндаждар, окоп төҙөү өсөн кәрәк.

Ситтә йөрөгәндә өй ризығы ла һағындыра. Асҡындан Эльза менән Илнур Ғилемшиндар яугирҙарға үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлекте оҙата. Ғаилә 3 йыл элек Башҡортостандағы иң ҙур ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын да ойошторған, үҙ сауҙа нөктәһен дә асҡан. Беҙҙең продукция сифатлы, экологик яҡтан таҙа, егеттәрҙән рәхмәт сәләмдәре килеп тора, ти хужалар.

Еңеүҙе яҡынайтырға эшҡыуарҙар ғына түгел, ирекмәндәр ҙә ярҙам итә.

Улар окоп шәмдәре яһай, маскировка селтәре үрә. Асҡын район мәҙәнит йортонда оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелә. Улар һуңғы айҙарҙа ғына йөҙҙән ашыу селтәр оҙатҡан. Асҡындар әйтеүенсә, 34-се гуманитар ылау юлға сығыу менән сираттағы йөк йыйыла башлай. Ил именлеге һағында торған егеттәребеҙ өсөн тыл ярҙамы - тыуған яҡтың йылы сәләме, халыҡ берҙәмлеге сағылышы.

Рәмзиә Кәримова!

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ