Сибай уҡыусылары өсөн яңы офоҡтар


3-сө республика полилингваль күп тармаҡлы гимназия-интернатында пилотһыҙ авиация системаларын өйрәнеү кабинеты эшләй башланы.

Махсус бүлмәне асыр алдынан йәштәр бер нисә ай дауамында пилотһыҙ авиация системаларын өйрәнеү буйынса курс үткән. Яңы предметты уҡытыу педагогтарға бер ниндәй ауырлыҡ тыуҙырмай. Махсус кабинет заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Атап әйткәндә, «Мәғариф» милли проектына ярашлы белем биреү майҙансығы юғары технологиялар донъяһына инеү өсөн заманса тренажерҙар һәм симуляторҙар менән тәьмин ителгән.

Бындай кабинет бөгөн республиканың тағы 21 белем усағында эшләй. Улар йәш быуынға кәрәкле һөнәрҙе үҙләштереү мөмкинлегенән тыш, төрлө конкурс һәм фәнни проекттарҙа ҡатнашыуғала юл аса.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ