Бер йылда күрһәткестәр 5,4 процентҡа яҡшырған, тип хәбәр итәләр статистика хеҙмәтенән. Иң яҡшы һөҙөмтәләр - эшкәртеү сәнәғәтендә, үҫеш 8 процент булған. Энергетика 1,3 процентҡа үҫкән. Шулай уҡ аҙыҡ-түлек етештереү, транспорт, электр ҡорамалдары эшләп сығарыу күпкә яҡшырған. Тире һәм күн эшкәртеү продукцияһына ихтыяж кәмегән, һөҙөмтәлә, етештереү күрһәткестәре лә түбәнәйгән.




