Ишембайҙа "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһын ҡуйыу урыны халыҡ фекерен иҫәпкә алып билдәләнә. Йәмәғәт тыңлауҙары старт алды, тип хәбәр итте "Берҙәм Рәсәй" партияһы Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе Александр Сидякин. - Халыҡ тәҡдимдәре үтә мөһим. Ошо маҡсатта предприятиелар коллективы, йәмәғәт ойошмалары, халыҡтан мөрәжәғәттәр анализлана, тип яҙа ул социаль селтәрҙә. Ил президенты Ишембайға "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.




